Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Альберт Йәримовты Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе вазифаһынан бушатты. Республика етәксеһе ҡул ҡуйған указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документтан күренеүенсә, Альберт Йәримов үҙ теләге буйынса вазифаһын ҡалдырған.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Альберт Йәримов – Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе, ә идаралыҡҡа етәкселек иткән Айбулат Хажин республиканың мәғариф министры итеп тәғәйенләнде.