3 ғинуарҙа Башҡортостанда “ҡоро закон” ғәмәлдә – магазиндарҙа алкоголле эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу тулыһынса сикләнә.
Шулай уҡ 4,5 һәм 6 ғинуарҙа ла төбәктә сикләүҙәр индереләсәк – был көндәрҙә республика территорияһында спиртлы эсемлектәрҙе сәғәт 10-дан 14.00-гә тиклем генә һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Закон тарафынан ҡаралған сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәре күрһәткәндә алкоголле продукцияны ваҡлап һатыуға ҡағылмай – кафе һәм ресторандарҙа был көндәрҙә спиртлы эсемлектәр һатып алырға мөмкин.