Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 11:05

Башҡортостанда бер көндә 22 кеше миллионер булған

Улар лотерея уйнатыуҙа отҡан. Башҡортостан ил буйынса иң күп отоусы төбәктәр араһында өсөнсө.

Улар лотерея уйнатыуҙа отҡан. Башҡортостан ил буйынса иң күп отоусы төбәктәр араһында өсөнсө, тип хәбәр итә “Башинформ”. Мәскәүҙә лотереяла ҡатнашыусыларҙың 113-ө, Санкт-Петербургта – 45-е, Башҡортостанда 22 кше миллионер булған.
Рәсәйҙең дәүләт лотереялары тарихында 581 кеше миллионер булыуы рекордлы һан, тип хәбәр итә матбуғат хеҙмәте. “Столото” мәғлүмәттәре буйынса, тағы 593 ҡатнашыусы 68-се йөрөштә бөтә 30 һанды бер юлы япҡан һәм 1-әр миллионлыҡ 419 призды үҙ-ара бүлешкән. Уларҙың һәр ҡайһыһы һөҙөмтәлә 700 мең һумдан артыҡ аҡса отҡан.
Яңы йыл тиражында бөтәһе 2,32 млрд һум уйнатылған.
Фото: Яндекс Картинки
Читайте нас: