Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 14:05

“Вәғәҙәләр йүгереүе”

Кисә Күгәрсен ауылының әүҙем кешеләре һәм ҡунаҡтары “Вәғәҙәләр йүгереүе”нә сыҡты. “Бәйләнештә”ге Ейәнсура районы йәштәре төркөмө яҙыуынса, марафондың маҡсаты ваҡыт һәм тиҙлек булмаған. Ҡатнашыусылар финишҡа түгел, ә теләктәр үтәлеүенә йүгергән. Улар иһә төрлө: марафон йүгерергә, йөҙөргә өйрәнергә, “5”кә генә уҡырға, сәләмәт тормош алып барырға, саңғы ярышында беренсе урын яуларға һ.б. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең түштәрендәге номерҙарына яҙған вәғәҙәләрен һәм маҡсаттарын үтәүгә символик старт биреү өсөн 2021 метр арауыҡҡа йүгергән.Ауыл халҡы бөтә ҡатнашыусылар өсөн саф һауала ҡайнар сәй эсеү ойошторған.Фото: “Бәйләнештә”ге Ейәнсура районы йәштәре төркөмө

Кисә Күгәрсен ауылының әүҙем кешеләре һәм ҡунаҡтары “Вәғәҙәләр йүгереүе”нә сыҡты. “Бәйләнештә”ге Ейәнсура районы йәштәре төркөмө яҙыуынса, марафондың маҡсаты ваҡыт һәм тиҙлек булмаған. Ҡатнашыусылар финишҡа түгел, ә теләктәр үтәлеүенә йүгергән. Улар иһә төрлө: марафон йүгерергә, йөҙөргә өйрәнергә, “5”кә генә уҡырға, сәләмәт тормош алып барырға, саңғы ярышында беренсе урын яуларға һ.б. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең түштәрендәге номерҙарына яҙған вәғәҙәләрен һәм маҡсаттарын үтәүгә символик старт биреү өсөн 2021 метр арауыҡҡа йүгергән.
Ауыл халҡы бөтә ҡатнашыусылар өсөн саф һауала ҡайнар сәй эсеү ойошторған.
Фото: “Бәйләнештә”ге Ейәнсура районы йәштәре төркөмө
Читайте нас: