Республика юл хужалығы идаралығы Башҡортостан водителдәрен һауа шарттары насарланыуы тураһында иҫкәртте.
Яҡын көндәрҙә республикала болотло һауа торошо һаҡлана. Бер аҙ ҡар яуа. Ҡайһы бер юл участкаларында тайғаҡ, ҡар яуғанда күҙ күреме 2-4 км-ға тиклем кәмей. Ошоға бәйле юл хеҙмәттәре юлдарҙа иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.
Экстрен хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм номер – 112.
Единый телефон вызова экстренных служб — 112.
БР Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләүсе диспетчерлығы: 8-927-955-11-00.
Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.