Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 13:05

Йондоҙҙар салюты

Башҡортостан халҡы Яңы йыл каникулы осоронда күпләп йондоҙҙар атылыуын күҙәтә аласаҡ. Өфө планетарийы мәғлүмәттәре буйынса, күк көмбәҙенең төньяҡ-көнсығыш тарафында төндә Квадрантида метеорҙар ағымының иң көслө әүҙемлеген күрергә мөмкин буласаҡ.

Һәр Яңы йыл башында Квадрантида метеорҙар ағымы “салюты”на тап килә, ул 27 декабрҙән 10 ғинуарҙа ҡәҙәр дауам итә. Ә иң көслө мәле 4 ғинуарға тура килә. Белгестәр Квадрантидаларҙы нәҡ ошо көндә сәғәт төнгө 2-нән таң атҡанға тиклем ҡарарға тәҡдим итә.
Фото: Өфө планетарийы сайты
Читайте нас: