Документтарҙы 15 апрелгә тиклем тапшырырға кәрәк. Федераль түләүҙәргә 55 йәшкә тиклемге педагогтар дәғүә итә ала. Программа балалар баҡсалары тәрбиәселәренә, уҡытыусыларҙан тыш башҡа педагогия хеҙмәткәрҙәренә ҡағылмай. Ауыл ерендә, ҡасабаларҙа, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа кәм тигәндә 5 йыл эшләү теләге булған уҡытыусыларға 1 миллион һум аҡса ҡаралған. Проект 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән.