Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2021, 16:04

«Ҡатын-ҡыҙ — миллəт əсəһе» республика конкурсында ҡатнашығыҙ!

"Ҡатын-ҡыҙ - миллəт əсəһе" республика конкурсына ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителə. Халҡыбыҙҙың əүҙем, оҫта, аҫыл, тырыш гүзəл заттарын асыҡлаусы сара быйыл бишенсегə үткəрелəсəк.

"Ҡатын-ҡыҙ - миллəт əсəһе" республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителə. Халҡыбыҙҙың əүҙем, оҫта, аҫыл, тырыш гүзəл заттарын асыҡлаусы сара быйыл бишенсегə үткəрелəсəк.
Конкурсты ойоштороусылар: Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йəмғиəте менəн берлектə БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, "Берҙəм Рəсəй" партияһының төбəк бүлексəһе. Сараға шулай уҡ республиканың гражданлыҡ йəмғиəтен үҫтереү фонды булышлыҡ итə.
Конкурс положениеһы ошонда: http://матьнации.рф
"Ҡатын-ҡыҙ - миллəт əсəһе" конкурсының еңеүселəре бөгөн Башҡортостаныбыҙҙың һəр төбəгендə тиерлек йəшəй. Улар араһында уҡытыусылар, эшҡыуарҙар, ҡул оҫталары, күп балалы əсəлəр, йəмəғəт эшмəкəрҙəре, ағинəйҙəр, əүҙем йəштəр бар.
Ҡатнашығыҙ, ғаризалар йыйыу 1 февралгəсə дауам итə.
Читайте нас: