Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2021, 19:20

Билдәле шағир һәм мәғрифәтсегә арналған саралар үтте

Бөгөн Тәтешле районында билдәле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе, ғалим, дин әһеле, Ирәкте башҡорт ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 195, уның улы, шулай уҡ билдәле мәғрифәтсе-шағир Ғарифулла Кейековтың тыуыуына 160 йыл тулыуға бағышланған саралар булып үтте.

Бөгөн Тәтешле районында билдәле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе, ғалим, дин әһеле, Ирәкте башҡорт ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 195, уның улы, шулай уҡ билдәле мәғрифәтсе-шағир Ғарифулла Кейековтың тыуыуына 160 йыл тулыуға бағышланған саралар булып үтте. Унда БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендәге делегация ҡатнашты.
Алдан билдәләнгән сараларға ярашлы, шағирҙың тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа уның йорт-музейына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Ҡунаҡтар музей экспозициялары менән танышып, мәсеттә, шулай уҡ шағирҙың ҡәберендә булды.
Үрге Тәтешле ауылының яңы биҫтәһендәге бер урамға Ғ. Соҡорой исеме бирелеп, бында ла таҡтаташ ҡуйылды.
Мәртәбәле ҡунаҡтар райондың тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында күренекле шәхестең тормошо һәм ижадына бағышлап ойошторолған күргәҙмәне лә ҡараны.
Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда урындағы таланттар, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Зәйнетдин” шоу-проекты һәм Алтынай Вәлитов ҡатнашлығында концерт ҡуйылды.
Белешмә. Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы 1826 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1828 йылда) Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Ирәкте олоҫонда (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылы) башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Кейековтарҙың шәжәрәһе буйынса, уларҙың ата-бабалары Ирәкте башҡорт ырыуы ханы Иҫәнгә барып тоташа.
«Беҙ урман башҡорто буламыҙ. Игенсе улы - игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр”, – тип яҙа ул үҙе тураһында.
Ғәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Тәүге әҫәрҙәре тип Танып мәҙрәсәһе хәлфәһенә мәҙхиәһе һәм әсәһе вафатынан һуң яҙылған мәрҫиәһе иҫәпләнә. Артабан төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған 100-гә яҡын әҫәр ижад итә. Соҡорой псевдонимын шағир тыуған Иҫке Соҡор ауылы исеменән алған.
Шағирҙың күпселек әҫәрҙәре ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланып ҡалған. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында уның туғыҙ дәфтәрҙән торған әҫәрҙәре ҡулъяҙмалары һаҡлана. Ғ. Соҡорой исеме башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихында лайыҡлы урын алды.
Фото: “Башинформ”
Читайте нас: