Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2021, 18:05

Самолетты кире борорға мәжбүр иткән

Мәскәүҙә Шереметьевола Өфөгә осорға тейешле пассажир самолеты янъясыл пассажир арҡаһында осоу-ултырыу һыҙатына кире боролорға мәжбүр булған.

Мәскәүҙә Шереметьевола Өфөгә осорға тейешле пассажир самолеты янъясыл пассажир арҡаһында осоу-ултырыу һыҙатына кире боролорға мәжбүр булған. Был хаҡта “РЕН ТВ” телеканалы хәбәр итте, тип яҙа “Башҡортостан” гәзите.
Мәғлүм булыуынса, 49 йәшлек Роман Уваров үҙен тәртипһеҙ тотҡан, шуға бәйле осошто бер ни тиклем ваҡытҡа күсереп торорға мәжбүр булғандар – пассажирҙы самолеттан төшөргәнсе.
Асыҡланыуса, ир быға тиклем дә закон боҙған һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Хәҙер уға сираттағы яза янай – “бәләкәй хулиганлыҡ өсөн”.
Фото: "Вконтакте".
Читайте нас: