"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2021, 22:00

Бөгөн – Башҡортостанда милли аш-һыу көнө

Бөгөн – Башҡортостанда милли аш-һыу көнөБашҡорт халҡының милли традицияларға бай аштар әҙерләү оҫталығы бик күптән килә. Күп быуаттарға һуҙылған тарих дауамында милли оригиналь аштар барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәренә генә хас сифаттарҙы әлегә тиклем һаҡлағандар. Уларның үҙенсәлеге халыҡ тормошоноң ижтимағи, иҡтисади, тәбиғи шарттарына, уның этник тарихына бәйле. (дауамы сайтта).

Бөгөн – Башҡортостанда милли аш-һыу көнө
Башҡорт халҡының милли традицияларға бай аштар әҙерләү оҫталығы бик күптән килә. Күп быуаттарға һуҙылған тарих дауамында милли оригиналь аштар барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәренә генә хас сифаттарҙы әлегә тиклем һаҡлағандар. Уларның үҙенсәлеге халыҡ тормошоноң ижтимағи, иҡтисади, тәбиғи шарттарына, уның этник тарихына бәйле. Милли аш-һыу башҡорттарҙа малсылыҡ хужалығы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Туҡланыуҙа һөт һәм һөттән яһалған төрлө ризыҡтар мөһим аҙыҡ булған. Һөттө айыртып, ҡаймаҡ, ҡаймаҡтан май яһағандар. Ҡышҡылыҡка сейә майлағандар. Уны күп итеп йыйып ҡайнатып, ҡорот эшләгәндәр. Ҡатыҡтан йәй көндәрендә айран яһап эскәндәр.Ул һыуһынды ҡандыра.
Башҡорттарҙың милли аш-һыуында итле ризыҡтар зур урын тотҡан. Иттән тултырма, ҡаҙы эшләгәндәр, бишбармаҡ, һалма бешергәндәр. Итле аштан һуң ҡоротлап һурпа эскәндәр.
Борон-борондан башҡорттарҙың көндәлек ризығында иген аҙыҡтары урын алған. Ҡурмас, талҡан эшләгәндәр, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, күмәс һәм башҡа ризыҡтар бешергәндәр.
Читайте нас: