Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 14:30

Өс яҡлы етди һөйлəшеү темаһы – Таулы Ҡарабах.

Бөгөн Мəскəүҙə Рəсəй, Əзербайжан Президенттары, Əрмəнстан Премьер-министры осрашасаҡ. Өс яҡлы етди һөйлəшеү темаһы– Таулы Ҡарабах.

#Владимир#Путин
Бөгөн Мəскəүҙə Рəсəй, Əзербайжан Президенттары, Əрмəнстан Премьер-министры осрашасаҡ. Өс яҡлы етди һөйлəшеү темаһы
– Таулы Ҡарабах.
Был осрашыу Путин телəге буйынса ойошторола. Илһам Алиев, Никол Пашинян баш ҡалабыҙға, теүəлерəге беҙҙең Президентҡа
үҙҙəренең яғындағы проблемалар тураһында һөйлəшеү өсөн килə.
Белəһегеҙ, Таулы Ҡарабахта һуғыш үрҙə аталған етəкселəрҙең 9 ноябрҙə берлектəге мөрəжəғəте менəн туҡтатылды, тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн Ҡарабахҡа Рəсəй ғəскəрҙəре индерелде. Бөгөн өс лидер бергə осрашҡандан һуң, Путин Алиев менəн Пашинянды айырым-айырым да ҡабул итəсəк.
Сараға əҙерлек бара. Алдан Владимир Владимирович видеоконференция аша Көньяҡ Кавказ темаһы буйынса кəңəшмə лə уҙғарҙы.
Читайте нас: