Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 19:30

Яна Ғәббәсова - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!

Талантлы йырсыны был маҡтаулы исем менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров наградлаған.

Беренсе каналда барған "Тауыш" шоуының туғыҙынсы миҙгеле еңеүсеһе Яна Ғәббәсова Башҡортостандың атҡаҙанған артисы булды. Был турала йәш артист үҙенең "Инстаграм"дағы сәхифәһендә хәбәр итә.
Талантлы йырсыны был маҡтаулы исем менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров наградлаған. "Был - ҙур мәртәбә!" - тип яҙған ул һәм республика етәксеһенә рәхмәт әйткән.
Билдәле булыуынса, Яна - Нефтекама ҡыҙы. 17 йәшлек яҡташыбыҙ илдең мөһим вокаль проекты финалына сыҡҡан берҙән-бер гүзәл зат вәкиле ине. Күпселек тауышты йыйып, ул еңеүсе булып танылды.
Ҡыҙ белдереүенсә, "Тауыш" тапшырыуынан һуң ул йырҙар ижад итергә һәм тамашасыһын авторлыҡ ижады менән ҡыуандырырға йыйына.
Фото: Инстаграм.
Читайте нас: