Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 21:00

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә водителдәр әҙерләү үҙәге асыу буйынса проект ҡаралды

Бөгөн муниципаль район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында быйылғы тәүге кәңәшмә үтте. Уны МР хакимиәте башлығы Д.Юланов алып барҙы.

Бөгөн муниципаль район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында быйылғы тәүге кәңәшмә үтте. Уны МР хакимиәте башлығы Д.Юланов алып барҙы.
Тикшереүгә «Автошкола №1» ЯСЙ-һы директоры Р. Яҡшымбәтовтың “В” категориялы водителдәр әҙерләү үҙәге асыу буйынса проекты сығарылды. Автодром төҙөү өсөн ер участкаһы булмауы эшҡыуар өсөн төп проблема булып тора.
Район хакимиәте башлығы ярашлы хеҙмәттәргә ер участкаһы табыу һәм рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтеү буйынса саралар күрергә ҡушты.
Шулай уҡ Дәмин Марат улы 2020 йылда башҡараылған эштәргә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны һәм 2021 йылға бурыстарҙы билдәләне. Кәңәшмә аҙағында быға тиклемге “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырыштарында йөкмәтелгән бурыстарҙың үтәлеше анализланды.
Үҙ эшен асырға йәки ниндәйҙер проект тәҡдим итергә теләүселәр интернет аша https://investrb.ru/ru/ сайтында заявка бирә ала. Өҫтәлмә мәғлүмәт алыу өсөн телефондар: 8(34785) 2-13-15, 8 (34785) 2-11-33.
Читайте нас: