Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 13:00

Ғинуарҙың тәүге ун көнөндә ике мең тоннанан артыҡ көнбағыш шроты экспортланған

2021 йылдың тәүге ун көнөндә Башҡортостандың май экстракцияһы заводтары сит илдәргә ике мең тоннанан күберәк көнбағыш шротын экспортҡа сығарған, тип хәбәр итте Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостандағы идаралы.

Шрот – май экстракцияһының өҫтәмә продукты. Ул ҡиммәтле мал аҙығы булып тора. Йыл башынан шорт тейәлгән 29 тимер юл вагоны Латвияға оҙатылған.
Ауыл хужалығы продукцияһын экспортҡа сығарыуҙа эшкәртелгән продукция төрҙәре арта. Бөгөн республикала ситкә ебәрелгән май продукцияһы дөйөм күләмдең 40 процентын тәшкил итә. 20 процентҡа яҡыны эшкәртеү сәнәғәте продукцияһына, игенгә һәм рапс, етен кеүек башҡа продукцияға тура килә. Ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында мөмкин булды. Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫеше иһә ил төбәктәренең социаль-иҡтисади һәм башҡа йәһәттән үҫеше өсөн ҙур ҡеүәт бирә, киң мөмкинлектәр аса.
Фото: fsvps.gov.ru
Читайте нас: