+16 °С
Облачно
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
Еңеүгә - 80 йыл
МАХ
Новости
14 Января 2021, 15:00
«Күңелем ҡылдары сыңлай» конкурсы иғлан ителде
Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн IV «Күңелем ҡылдары сыңлай» республика әҙәби-художество конкурсы иғлан ителде.
Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн IV «Күңелем ҡылдары сыңлай» республика әҙәби-художество конкурсы иғлан ителде. “Башинформ”
хәбәр итеүенсә
, быйыл ул Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнала.
Конкурста 7-17 йәшлек ижадсылар – балалар йорттарынан, социаль приюттарҙан, йорт-интернаттарҙан, коррекция үҙәктәренән балалар һәм үҫмерҙәр, инвалид балалар, етемдәр ҡатнашырға мөмкин.
Улар түбәндәге йүнәлештәр буйынса эштәр тәҡдим итә ала:
— әҙәби ижад – рус, башҡорт, татар телдәрендә шиғыр, эссе, һүрәтләмә, хикәйә, шулай уҡ музыкаль оҙатыу менән автор әҫәрҙәре (йыр, романс).
— художестволы ижад – һынлы сәнғәт, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, һылап яһау.
Конкурсты ойоштороусылар – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, «Хазина» хәйриә һәм мәҙәни программалар үҙәге, Дүртөйлө ҡала китапханаһы.
Эштәрҙе тапшырыу шарттары —
положениела
.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"