"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 16:00

Профсоюздарҙың хәйриә акцияһы

Иҫке Яңы йыл алдынан Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы былтыр йыл аҙағында ойошторған акцияһын дауам итте.

Иҫке Яңы йыл алдынан Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы былтыр йыл аҙағында ойошторған акцияһын дауам итте.
Декабрҙә йәмәғәт ойошмалары “ҡыҙыл зона”ларҙа эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре балаларына дүрт меңдән ашыу бүләк тапшырған. Был акцияла Профсоюздар федерацияһы ла әүҙем ҡатнашты, улар меңдән ашыу бүләк әҙерләгәйне.
Ҡышҡы каникулдар мәлендә профсоюздарҙың Йәштәр советы ағзалары “Ларец смелости” хәйриә акцияһына ярашлы меңдән ашыу уйынсыҡ һәм канцелярия тауарҙары йыйған. Уларҙы Республика балалар клиник дауаханаһының бәләкәй пациенттарына тапшырғандар.
Кисә иһә бүләктәр һөнәри колледждарҙың ата-әсә ҡарауынан мәхрүм башланғыс курс студенттарына тапшырылды. Шулай уҡ Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко ҡулынан Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының балалар бүлексәһендә ковидтан дауаланған балалар ҙа татлы бүләктәр алды.
"Иғтибарға айырыуса мохтаж балаларға беҙҙең ярҙам кәрәк. Профсоюздарҙың татлы күстәнәсе уларға яҡшы кәйеф һәм мөғжизәгә ышаныс бүләк итһен", - тине Гүзәл Мирошниченко.
Фото: Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы.
Читайте нас: