Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 13:00

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк COVID-19 менән сирләү үҫеше темптары кәмей.

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк COVID-19 менән сирләү үҫеше темптары кәмей. Был ҡабул ителгән сараларҙың һөҙөмтәле булыуы тураһында һөйләй. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән коронавирус инфекцияһын республикаға индермәү һәм таралыуға ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ултырышы барышында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.Министр белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Республика 13842 доза вакцина алған. Тәү сиратта уларҙы табиптарға, уҡытыусыларға, МФЦ хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, полиция хеҙмәткәрҙәренә һалалар. Ғинуар аҙағына тиклем тағы 40 мең вакцина килгәнен көтәбеҙ, был Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарарына ярашлы киң вакцинация башлау мөмкинлеге бирәсәк.(дауамы сайтта)

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк COVID-19 менән сирләү үҫеше темптары кәмей. Был ҡабул ителгән сараларҙың һөҙөмтәле булыуы тураһында һөйләй. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән коронавирус инфекцияһын республикаға индермәү һәм таралыуға ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ултырышы барышында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Министр белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Республика 13842 доза вакцина алған. Тәү сиратта уларҙы табиптарға, уҡытыусыларға, МФЦ хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, полиция хеҙмәткәрҙәренә һалалар. Ғинуар аҙағына тиклем тағы 40 мең вакцина килгәнен көтәбеҙ, был Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарарына ярашлы киң вакцинация башлау мөмкинлеге бирәсәк.
Социаль хеҙмәткәрҙәр тәүгеләрҙән булып коронавирустан прививка ала башлауын иҫәптә тотоп, Радий Хәбиров 18 ғинуарҙан алып республиканың социаль учреждениеларынан мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибен ғәмәлдән сығарырға, ә уларҙың хеҙмәткәрҙәрен 14 көнлөк вахтаһын эшләп бөткәс, ғәҙәти эш тәртибенә күсерергә ҡушты.
Шул уҡ ваҡытта 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы ғәмәлдә ҡала.
Радий Хәбиров әлеге ваҡытта ковид госпиталдәр булараҡ эшләгән дауаханаларҙы яңынан үҙ йүнәлештәренә ҡайтарырға тәҡдим итте. Шулай, яҡын арала Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы һәм Өфөнөң 10-сы ҡала дауаханаһы пациенттарҙы планға ярашлы ҡабул итә башлаясаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һорауы буйынса, Башҡортостан Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәре ихтыяжы өсөн дәүләт власы органдары автопаркынан 100 машинаны әлегә ҡалдырып торорға ҡушты.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, “Роспотребнадзор” менән килешеү буйынса, республика һәм ил кимәлендәге ярыштарҙы тышта үткәргән саҡта, тамашасыларҙың 50 процент залды тултырыуы, эстә булғанда – 30 процент тигән шарт менән үткәрә башлаясаҡтар.
Аҙаҡ был оператив штаб ултырышы тураһында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.
“Яҡшы яңылыҡ шунда, яңы йыл байрамдары, кәмендә әлегә тиклем, сирләүселәр үҫешен бирмәне. Ковид буйынса планка бер урында ҡатып ҡалды һәм әгәр хәл хөртәймәһә, яйлап нормаль тормошҡа ҡайта башлаясаҡбыҙ. Аңлайым, бөтәһе лә арыны. Саҡ ҡына түҙемлек кәрәк... Ғинуар аҙағына тиклем ҙур партия вакцина аласаҡбыҙ. Был – нормаль тормошҡа ҡайтыуҙың ҙур аҙымы буласаҡ. Вакцина эшләй, үҙемдә лә тикшереп ҡараным”, - тип яҙҙы ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: