"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2021, 18:00

Автолавкаларҙан сифатлы һөт аҙыҡтары

Сифатлы һәм туҡлыҡлы ризыҡтар Башҡортостанда «Демография» милли проекты сиктәрендә таратыла.

Сифатлы һәм туҡлыҡлы ризыҡтар Башҡортостанда «Демография» милли проекты сиктәрендә таратыла.
Элина Әхмәҙиеваға прилавка артында торған хеҙмәткәргә хатта, исем-фамилияһын да әйтергә кәрәкмәй. Һөт продукцияһын таратыусы һатыусы һәр әсәне күптәнге танышы кеүек ҡаршы ала.
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ауырлы ҡатындарға, опекала булған балаларға һөт ризыҡтарын бушлай алыу мөмкинлеге бирелгән. Үткән йыл йомғаҡтарынан билдәле булыуынса бушлай һөт кухняһы менән 24 меңдән ашыу кеше ҡулланған, улар араһында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән генә өс йәшкә тиклемге 23 983 бала. Автолавка булмаған төбәктәрҙә аҡ ризыҡтар термосумкаларға һалынып, еңел автомобилдәрҙә халыҡҡа еткерелә.
Республикала таратыу пункттары йөҙҙән ашыу. Утыҙ өс ауыл һәм ҡасабаға автолавкалар менән һөт продукцияһы килтерелә. Махсус исемлектәге Өфө районы Дмитриевка ауылы халҡы ла ошо ергә дүшәмбе һәм кесаҙна көндәре килеп бушлай һөт продукцияһы ала, бынан тыш, башҡа һатып алыусылар ҙа бындай мөмкинлек менән файҙалана ала.
Һөт кухняһы продукцияһы әлеге ваҡытта ете предприятиела етештерелә. Яңы тыуған һәм өс йәшәкә тиклемге балалар өсөн тәғәйенләнгән ризыҡ етештереү процессы етди анализдар аша тикшереү үтә. 13 төрлө продукцияға март аҙаҡтарына иод менән байытылған йогурттар етештереү ҙә өҫтәләсәк.
Эльдар Сәйғәфәров, «Һөт кухняһы» предприятиеһы директоры:
- Автолавкалар Өфө эргәһендәге ауыл-ҡасабаларҙа 400-ләп кешене хеҙмәтләндерә. Улар 31 нөктәлә халыҡҡа һөт продукцияһын бушлай тарата.
Алексей Гусев, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе:
- Продукцияны килеп ала алмаған төпкөлдәрҙә йәшәүселәр өсөн беҙ автолавкалар эшен йәйелдерҙек. Был ысул менән эш иткәндә тиҙ боҙола торған продукция етештергән сәғәтендә үк ҡулланыусыһына барып етә. Ата-әсәләр ҡәнәғәт.
Төбәктә һөт кухняһы 7 нөктәлә урынлашҡан. Быйыл уларға тағы ла икәү өҫтәләсәк. Иглиндә һәм Баймаҡта асыласаҡ майҙансыҡтар республика ауыл-ҡалаларындағы ғаиләләрҙе һәм балаларҙы тулыһынса сифатлы һәм файҙалы һөт продукцияһы менән тьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк.
https://bash.news
Читайте нас: