Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2021, 13:14

РЕСПУБЛИКАЛА “ҠАРГИҘӘР” ОПЕРАЦИЯҺЫ ҮТӘ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 14 декабрендәге 1278-се һанлы ҡарарына ярашлы, 2021 йылдың 18 ғинуарынан 19 февраленә тиклем республикала “Ҡаргиҙәр” операцияһы үтә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 14 декабрендәге 1278-се һанлы ҡарарына ярашлы, 2021 йылдың 18 ғинуарынан 19 февраленә тиклем республикала “Ҡаргиҙәр” операцияһы үтә.
Сара Башҡортостан Республикаһының Гостехнадзор инспекцияһы тарафынан үткәрелә.
Сараның төп бурыстары:
- үҙйөрөшлө мотосараларҙы эксплуатациялағанда хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау, тейешле документтар булыуын тикшереү;
- үҙ йөрөшлө машиналарҙың һәм тағылмаларҙың техник торошон тикшереү;
- кешенең һаулығына, ғүмеренә һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф килтереүсе боҙоҡ, шулай уҡ ОСАГО полисы булмаған, техник тикшереү үтмәгән транспорт сараларын эксплуатациялауҙы тыйыу;
- таныҡлығы булмайынса техникаға идара итеүселәрҙе асыҡлау һәм административ йоғонто яһау сараларына ярашлы, уларҙы машинаға идара итеүҙән тыйыу;
- иҫәпкә алынмаған һәм техник тикшереү уҙмаған үҙйөрөшлө машиналарҙы асыҡлау маҡсатында ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары менән (алдан килешеү буйынса) саралар уҙғарыу.
Гостехнадзорҙың Күгәрсен районы буйынса инспекцияһы тарафынан үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмаларының техник торошон тикшереү буйынса маршруттар билдәләнде, шул маршрут буйынса транспорт сараларын эксплуатациялау ваҡытында һәм былтырғы техник күҙәтеү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, тикшереү үткәреләсәк.
Гостехнадзорҙың Ейәнсура районы буйынса инспекцияһы.
Читайте нас: