Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 13:00

54 ауыл «Айыҡ ауыл» конкурсының финалына сыҡты

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы башланды. 2020 йылда унда бөтәһе 2114 ауыл ҡатнашты.

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы башланды. 2020 йылда унда бөтәһе 2114 ауыл ҡатнашты.
«Конкурстың муниципаль этабы тамамланды. Финалда 54 ауыл ҡатнаша. 2021 йылдың мартында конкурсҡа йомғаҡ яһайбыҙ», — тип хәбәр итте «Башинформ»ға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
«Айыҡ ауыл» конкурсы Башҡортостан Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына уҙғарыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары буйынса, быйылғы конкурстың бүләк фонды 40 миллион һумға тиклем арттырылды. Бынан тыш, райондарҙа шәхси бүләк фондтары булдырылды.
Читайте нас: