Быйылғы йылдан башлап республиккала 18 ғинуарҙа Хеҙмәт ветераны көнө билдәләнә. 1974 йылдың тап ошо көнөндә Советтар Союзында "Хеҙмәт ветераны" тигән миҙал булдырыла. Яңы иҫтәлекле датаның маҡсаты – төрлө тармаҡ ветерандарына, хеҙмәт кешеһенә хөрмәт күрһәтеү, йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреүгә булышлыҡ итеү.