Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса бөгөн, 18 ғинуарҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында тайғаҡ, ҡар һырынтылары булыуы прогнозлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы –16, –21 градус, көньяҡта –12.
Шишәмбелә, 19 ғинуарҙа, төндә һәм көндөҙ урыны менән ҡар яуасаҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә –23, –28, көндөҙ –13, –18, көньяҡта –8 градус.
20 ғинуарҙа төндә ҡар яуыуы, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, юлдарҙа һырынтылар. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Термометр бағаналары төндә –16, –21, урыны менән –26 градусҡа тиклем, көндөҙ –13, –18.