Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте,
тип яҙа “Башинформ”. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һүҙҙәренсә, проектты февраль башында башлап ебәреү планлаштырыла. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы башҡара – паспорт һанлы, QR-код рәүешендә була. Уны алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетты теркәргә кәрәк.