Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 19:00

Милли мөнәсәбәттәр иң нескә хистәргә бәйле

Радий Хәбиров шау-шыу уятҡан һүрәттәргә үҙенең ҡарашын белдерҙеҺуңғы арала башҡорт йәмғиәтен шаулатҡан ваҡиға – Өфө рәссамы Алена Савельева һәм уның һүрәттәре хаҡында күптәр ишеткәндер.

Радий Хәбиров шау-шыу уятҡан һүрәттәргә үҙенең ҡарашын белдерҙе
Һуңғы арала башҡорт йәмғиәтен шаулатҡан ваҡиға – Өфө рәссамы Алена Савельева һәм уның һүрәттәре хаҡында күптәр ишеткәндер. Алена Савельева үҙенең һүрәттәрендә башҡорт ҡыҙҙарын һәм егеттәрен ярым шәрә һәм шәрә килеш һүрәтләй.
Бөгөн хөкүмәт ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров айырым замандаштарыбыҙ тарафынан башҡорт милли кейемдәрен әҙәпһеҙ рәүештә һүрәтләүенә аңлашылмаусанлыҡ белдерҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан дәүләт ДТРК-һы:
«Картиналар төшөрә башлаған бер ханымдың ижады тураһында. Был минең шәхсән фекерем, бәлки яңылышамдыр. Милли кейем элементтарын һүрәтләү, төбәп әйткәндә, башҡорт милли кейемен ошолай күрһәтеү мыҫҡыл итеүгә бәрәбәр. Милли кейемде өләсәйемдең кейгәне күҙ алдымда. Ханым аңламай икән, милләте башҡорт ҡына түгел, һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн дә был айырыуса мөһим. Миңә ҡалһа – был хайуан ҡылығы. Мин цензура менән шөғөлләнмәйем, Ул кешене Алла ярлыҡар. Мин бында, шул иҫәптән ошо залда ултырған функционерҙарға мөрәжәғәт итәм, әйҙәгеҙ ошо мөһим төшөнсәләр менән һаҡ булайыҡ. Милли мөнәсәбәттәр иң нескә хистәргә бәйле. Һәм тәрән рәнйетә. Шуға ла был мәсьәлә менән ипле эш итергә саҡырам».
Читайте нас: