Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 16:00

Радик Юлъяҡшин үҙен ниндәй милләттән тип яҙҙырасаҡ?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу яҡынлашҡан һайын ошо темаға ҡағылышлы сығыштар, һорауҙар арта бара.“Татар информ” мәғлүмәт агентлығындағы бер матбуғат конференцияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшинға “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа һин үҙеңде кем тип яҙҙыртырһың икән?” тигән һорау бирелә.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу яҡынлашҡан һайын ошо темаға ҡағылышлы сығыштар, һорауҙар арта бара.
“Татар информ” мәғлүмәт агентлығындағы бер матбуғат конференцияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшинға “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа һин үҙеңде кем тип яҙҙыртырһың икән?” тигән һорау бирелә, тип яҙа “Башҡортостан” гәзите.
Иҫкәртеп үтәбеҙ: 2020 йылдың октябрендә уҙырға тейеш Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы илдәге пандемияға бәйле күсерелде – ул быйыл апрелдә уҙасаҡ.
– Үҙемде “башҡорт” тип яҙҙырам, сөнки Башҡортостанда тыуғанмын, үҙем башҡорт һәм телем башҡорт, рухым башҡорт, йөрәгем башҡорт, – тип бик лайыҡлы яуап бирә йырсы.
Билдәле яҡташыбыҙ Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендә тыуған, ә тамырҙары Ғафури районына барып тоташа. Ул V класҡа тиклем тик башҡортса ғына һөйләшкән, рус телен йүнләп белмәгән.
Фото: ok.ru
Читайте нас: