Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 21:05

Юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар өсөн изоляция режимы 28 ғинуарға тиклем һаҡлана.

Указ республика һәм Рәсәй кимәлендәге рәсми спорт ярыштарын уҙғарырға рөхсәт бирә, ләкин асыҡ һауала – тамашасыларҙың 50 проценты, ябыҡ бинала иһә 30 проценты ҡарарға мөмкин.
Бынан тыш, 18 ғинуарҙан Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ҡарамағындағы учреждениелары ғәҙәти эш тәртибенә күсә башларға тейеш, ләкин санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.
Дөйөм туҡланыу ойошмаларына эш режимын урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт 2-нән таңғы 6-ға тиклем сикләргә кәрәк (юл буйы сервисы объекттарынан һәм дистанцион һатыу итеүҙән тыш).
Читайте нас: