Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 23, 24, 25 ғинуарҙа республикала һауа торошона йылы фронт йоғонто яһай. Шәмбе, 23 ғинуарҙа, ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһының иртәнге сәғәттәрҙә -32 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Төндә һәм иртән юлдарҙа томан булыуы мөмкин.
24 һәм 25 ғинуарҙа ҡар, епшек ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, урыны менән елдең тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем көсәйеүе, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға ҡар һырыуы ихтимал. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ. Көндөҙ температура 0, -5 градус була.
Юл хеҙмәттәре алыҫ сәфәрҙәрҙе күсерергә кәңәш бирә һәм ҡатмарлы һауа шарттарында автотранспорт менән идара итеү манераһын үҙгәртергә кәрәклеген иҫкә төшөрә.
«Тиҙлек режимын, хәүефһеҙ дистанцияны һаҡлау, маневр яһағанда һәм машинаны туҡтатҡанда һағыраҡ булыу фажиғәне булдырмаҫҡа ярҙам итер. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!», — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы халыҡҡа.
Махсус хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон — 112.
Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығының диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8-927-955-11-00.