Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2021, 14:00

Миллион ярым кешегә коронавирустан прививка яһау планлаштырыла

2021 йылда Башҡортостанда миллион ярым кешегә COVID-19-ҙан вакцина яһау планлаштырыла.

2021 йылда Башҡортостанда миллион ярым кешегә COVID-19-ҙан вакцина яһау планлаштырыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Владимир Нагорный 2-се республика клиник дауаханаһында коронавирустан прививка эшләтте.
«Тотош халыҡҡа вакцинация үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителгәс, ошо прививканы яһатыуҙы үҙемдең бурысым тип иҫәпләйем. Бынан тыш, экспресс-тест миндә антиесемдәрҙең булмауын күрһәтте, йәғни мин теләһә ҡасан сир йоҡтороуым ихтимал, шуға килеп эшләттем. Дөйөм алғанда, был ниндәйҙер кимәлдә дәүләттең дә бурысы тип иҫәпләйем, бер-беребеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ», — тине халыҡ һайланыусыһы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Гам-Ковид-Вак» ике этапта индерелә.
Читайте нас: