Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2021, 17:00

ЮХХДИ рейдтар үткәрә

Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов водителдәрҙе яңы рейдтар тураһында иҫкәртте.

Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов водителдәрҙе яңы рейдтар тураһында иҫкәртте, тип яҙа “Башинформ”. Ял көндәрендә республика юлдарына юл-патруль хеҙмәтенең өҫтәмә экипаждары сыға.
«Тәжрибә күрһәтеүенсә, ошондай иҫкәртеү сараларын уҙғарыу юлдағы хәлдәрҙә ыңғай сағылыш таба, иҫерек, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙе транспорт ағымына индермәҫкә ярҙам итә», — тине Динар Ғилметдинов.
Әйткәндәй, юл полицейскийҙары яңы йыл алдынан да ошондай саралар үткәрҙе һәм водителдәр, шул иҫәптән йәйәүлеләр араһында тиҫтәләрсә ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын асыҡланы.
Читайте нас: