ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 20:00

Башҡорт теле .

Башҡорт телеМин халҡымдың сәскә күңеленәнБал ҡортондай ынйы йыямын,Йыямын да — йәнле ынйыларҙанХуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:Бер телдән дә телем кәм түгел-Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,Кәм күрер уны тик кәм күңел.Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,Унан башҡа минең илем юҡ;Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,Иле юҡтың ғына теле юҡ!Әсәм теле миңә — сәсән теле,Унан башҡа минең халҡым юҡ,Йөрәгендә халҡы булмағандыңКеше булырға ла хаҡы юҡ!Рами Гарипов

Башҡорт теле

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Рами Гарипов
Читайте нас: