Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 17:00

Бауырҙы һоло таҙартыр

Аптеканан алған "овесол"дарҙың файҙаһын тоймайым. Берәй халыҡсан ысул өйрәтһәгеҙ ине.Гөлсирә.Халыҡ медицинаһын хөрмәт иткән, үҙе лә шуның буйынса дауаланған төркөмдәштән кәңәш:

Аптеканан алған "овесол"дарҙың файҙаһын тоймайым. Берәй халыҡсан ысул өйрәтһәгеҙ ине.
Гөлсирә.
Халыҡ медицинаһын хөрмәт иткән, үҙе лә шуның буйынса дауаланған төркөмдәштән кәңәш:
Ике сынаяҡ һолоно йыуып, өс литрлыҡ быяла һауытҡа һалаһың. Өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған, әммә йылымса һыу ҡояһың, өс-дүрт сәй ҡалағы шәкәр төшөрөп болғайһың да ярты тәүлек (12 сәғәт) бүлмәлә тотаһың. Мәҫәлән, иртән эшләнгән болғатманы кис йоҡларға ятыр алдынан эсергә ярай. Ҡалғанын һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Әсей башлаған кеүек тәм биргән шыйыҡсаны бер ай иртәле-кисле 100 – 150 грамм эсергә.
Бөтһә, шул уҡ һоло өҫтөнә тағы йылытылған һыу менән шәкәр һалып, шыйыҡса яңынан эшләнә. Уны дүрт тапҡырғаса ҡулланырға була. Һыуҙа оҙаҡ торған һоло, үҙенән-үҙе онға тарҡалып, бутҡаға әйләнә. Ундағы микроэлементтар, ҡанға күсеп, бауырҙағы бөтә булған бысраҡты тәбиғи таҙарта.
Сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас: