Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 16:00

Кислород менән байытылған айран - шәп дауа!

Күбек майы, байыштарса әйткәндә, аҡмай бешеү. Унан бүленеп сыҡҡан айран - хәҙерге заманда иң шәп дауаларҙың береһе

Күбек майы, байыштарса әйткәндә, аҡмай бешеү
Еңел генә, әскелтем генә аҡмайҙың тәме, һаман тел осонда тороп, бала саҡты, әнейле саҡты хәтерләтә. Йәнә – яҙҙы)) Моғайын, бындай майҙы һыйыр быҙаулаған ыңғайы ғына эшләгәнгәлер.
Ғәҙәттә уны яҙ, яңы ғына ойоп сыҡҡан ҡатыҡҡа, кистән айыртылып, бер-ике ҡалаҡ ҡатыҡ бутап ҡуйылған ҡаймаҡ (магазин ҡаймағы кеүек әскелт кенә була) һалып бешәләр. Әле ватсапта йөрөгән"коронавирустан иң ҙур дарыу – беҙҙең ҡорот, айран һәм ҡымыҙ! Ни өсөн тейһегеҙме? Беҙ уларҙы әҙерләгән ваҡытта үпкәгә иң ныҡ кәрәкле булған кислород менән болғатып, туҡландырабыҙ! Шулай уҡ, ҡорот яһағанда беҙ уны һыпырып кислород менән тәьмин итәбеҙ. Айран бешкәндә лә, шул уҡ кислород менән тәьмин ителә...” тигән яҙма тәьҫирендә ҡыш уртаһында аҡмай бешергә булып киттем. Әлбиттә, күпме мәшәҡәтләнһәм дә (хатта әсе икмәгем бешеп сыҡты), аҡмай төшмәне. Уның ҡарауы, ҡайнаған һыуҙы һыуытып ҡушып ебәргәс, тәмлеее генә айран килеп сыҡты! Коктейль кеүек күбекләнеп кенә тора!
Ҡолаҡҡа киртеп ҡуяйыҡ әле: ҡайҙалыр уҡығайным, айраны күп булһын тиһәң, яңы ғына һауған парлы һөт ҡушырға кәрәк икән.
Читайте нас: