Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 14:30

#миллипроект #нацпроект Эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә

#миллипроект #нацпроект"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса эшҡыуарҙарға ҙур ярҙам ҡаралған. Төбәк гарантия фондына мөрәжәғәт итергә була.

#миллипроект #нацпроект
"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса эшҡыуарҙарға ҙур ярҙам ҡаралған. Төбәк гарантия фондына мөрәжәғәт итергә була.
Республиканың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының төбәк гарантия фонды эшҡыуарлыҡ субъекттары кредит алған осраҡта яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы, йәғни поручитель була.
Ошо көндәрҙә “Новтек новые технологии” компанияһына милли проект буйынса 5 млн һум кредит финанслауы бирелгән. Был компания геофизика һәм нефть-газ сервисы өсөн мобиль техника етештерә. Ойошмала 20 кеше эшләй. Айына өс берәмеккә тиклем машина эшләп сығарыла.
Әлбиттә, заман ағышынан артта ҡалмаҫ өсөн етерлек аҡса ла кәрәк була. Компания был осраҡта дәүләттән ярҙам һораған һәм Төбәк гарантия фонды яуаплылығы менән алыуға ла ирешкән. Фонд бер юлы 25 млн һум алғанда поручитель була. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, займдың 70 %-ын үҙе ҡаплай ала.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтынан.
Читайте нас: