Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 16:30

Сүп-сар өсөн хаҡ ниңә арта

Кисә, 25 ғинуарҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн хаҡтарға арналған брифинг булды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев менән республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Нияз Фазылов ҡатнашты.

Борис Беляев аңлатыуынса, республика Хөкүмәте сүп ташыу машиналарын һатып алыуға, тейешле талаптар буйынса йыһазландырылған контейнер майҙансыҡтары эшләүгә йыл һайын тиҫтәләрсә миллион һум аҡса бүлә.
“Сүп сығарған өсөн хаҡтар билдәләнгән тарифтан түбәнерәк булды, сөнки тәүҙә төбәк операторҙарына был эште башҡарыуҙы сифатлы итеүгә өлгәшеү бурысы ҡуйылғайны”, – тине вице-премьер.
Нияз Фазылов билдәләүенсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙағы төп проблемаларҙың береһе – контейнер майҙансыҡтарында шәхси автомобилдәр ултырыуы. Шул сәбәпле министрлыҡ республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү буйынса закон проекты менән сығыш яһаған. Автомобилде подъезд ишеге ҡаршыһына һәм сүп-сар йыйыу майҙансығы эргәһенә ҡуйған шоферға - 1-2 мең һум, вазифалы кешелергә - 5-10 мең һум, ә ойошмаларға 20-30 мең һум штраф янай.
Тапшырыуҙа тамашасыларҙан килгән һорауҙарға ла яуаптар бирелде.
Читайте нас: