Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 19:00

Яңыһын һаҡлап ҡуйығыҙ

25 ғинуарҙа Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгендә социаль ярҙам саралары тураһында граждандарға консультация ярҙамы күрһәтеү буйынса күп каналлы телефон номеры эш башланы.

25 ғинуарҙа Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгендә социаль ярҙам саралары тураһында граждандарға консультация ярҙамы күрһәтеү буйынса күп каналлы телефон номеры эш башланы.
Республиканың бөтә ҡала һәм райондарына берҙәм телефон һандары: 8 (347) 200-80-80. Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең йәшәгән урын буйынса филиалы менән бәйләнешкә инеү өсөн өҫтәмә номерҙы йыйырға кәрәк. Мәләүез ҡалаһы филиалына ҡараған беҙҙең район өсөн өҫтәмә номер – 108. Тимәк, тәүҙә берҙәм телефон һандарын һәм ошонан һуң 104-те йыйырға кәрәк.
Оператор мөрәжәғәт буйынса консультация уҙғара, проблеманы аныҡлаған һорауҙар бирә, кәрәк икән мәсьәләне хәл итеүҙе контролгә ала. Артабан бәйләнешкә инеү, һорауҙы хәл итеүҙе контролләү маҡсатында шылтыратыусының телефоны һәм уның мөрәжәғәтенең йөкмәткеһе һаҡлана.
Күп каналлы телефон һандарына эш көндәрендә 8.30 сәғәттән 17.30-ға тиклем шылтыратырға мөмкин. Шәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәре.
Хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн граждандар тонлы режимда льготалар категорияһын һайлай ала: балалы ғаиләләр, ветерандар, инвалидтар һәм граждандарҙың башҡа категориялары.
Шуға иғтибар итегеҙ, һөйләшеү ваҡыты һеҙҙең телефон бәйләнеше операторы тарифы буйынса түләнә. Быға тиклем киң мәғлүмәт сараларында, Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге сайтында элек күрһәтелгән ҡыҙыу бәйләнеш телефон һандары буйынса граждандарға мәғлүмәт биреү 1 февралдән туҡтала.
Читайте нас: