"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 11:00

Медицина хеҙмәтен стандартлаштырыла

Хәҙер беҙҙең Ейәнсура районы, шулай уҡ Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез, Күгәрсен, Федоровка райондары халҡы 103 һәм 112 һандары буйынса шылтыратып, Күмертау ҡалаһындағы тиҙ ярҙам пультына эләгәсәктәр. Артабан, Глонасс системаһы буйынса, иң яҡын 03 бригадаһы билдәләнәсәк һәм саҡырыу урынына йүнәлтеләсәк.

Күмертау медицина округында 2021 йылдың 1 майынан тиҙ медицина ярҙамы хеҙмәте, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2020 йылдың 30 декабрендәге 1409-сы һанлы бойороғона ярашлы, үҙәкләштерелә.
Уның маҡсаты – хеҙмәтте йылдамлаштырыу, медицина хеҙмәтен стандартлаштырыу.
Хәҙер беҙҙең Ейәнсура районы, шулай уҡ Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез, Күгәрсен, Федоровка райондары халҡы 103 һәм 112 һандары буйынса шылтыратып, Күмертау ҡалаһындағы тиҙ ярҙам пультына эләгәсәктәр. Артабан, Глонасс системаһы буйынса иң яҡын 03 бригадаһы билдәләнәсәк һәм саҡырыу урынына йүнәлтеләсәк.
Әйтергә кәрәк, бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре, водителдәр үҙ эш урындарында ҡала, түләмдәр һаҡлана, хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыу ғына үҙгәрә.
Яҡын арала халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса Ҡыҙыу бәйләнеш булдырыласаҡ, унда Күмертау медицина үҙәгенең 03 хеҙмәтендәге үҙгәрештәр буйынса бөтә мәғлүмәттәр тупланасаҡ.
Читайте нас: