Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 00:00

ТАПШЫРЫЛМАҒАН БҮЛӘК (хикәйә)

Илшаттың ҡыуанысының сиге юҡ бөгөн. Улы тыуҙы бит! Улы! Ул атай хәҙер! Гөлфирәһе шылтыратып хәлһеҙ генә тауыш менән һөйөнсөләгәйне, тәүҙә бер гилке ышанмай торҙо был хәбәргә. Туғыҙ ай буйы белә алмаған сер сиселде, ниһайәт! УЗИ аша сабыйҙың енесен билдәләү анһат ҡына тиһәләр ҙә, уларҙыҡы “Мин һеҙҙең тәүге бәпесегеҙ, кем булһам да, барыбер түгелме ни!” тигәндәй, экран аша күҙәткәндә гел арҡаһы менән күренде. Шулай ҙа кәләше ҙур ышаныс менән ҡыҙыҡай көттө, хатта Гөлнәзирә тип исем дә уйлап ҡуйғайны. Ә ир-атҡа, иң беренсе сиратта, нәҫелде дауам иттереүсе кәрәк Илшат эстән генә малай теләне. Теләге тормошҡа ашты, шөкөр. Баһадирҙай улы тыуған бөгөн.



Илшаттың ҡыуанысының сиге юҡ бөгөн. Улы тыуҙы бит! Улы! Ул атай хәҙер! Гөлфирәһе шылтыратып хәлһеҙ генә тауыш менән һөйөнсөләгәйне, тәүҙә бер гилке ышанмай торҙо был хәбәргә. Туғыҙ ай буйы белә алмаған сер сиселде, ниһайәт! УЗИ аша сабыйҙың енесен билдәләү анһат ҡына тиһәләр ҙә, уларҙыҡы “Мин һеҙҙең тәүге бәпесегеҙ, кем булһам да, барыбер түгелме ни!” тигәндәй, экран аша күҙәткәндә гел арҡаһы менән күренде. Шулай ҙа кәләше ҙур ышаныс менән ҡыҙыҡай көттө, хатта Гөлнәзирә тип исем дә уйлап ҡуйғайны. Ә ир-атҡа, иң беренсе сиратта, нәҫелде дауам иттереүсе кәрәк Илшат эстән генә малай теләне. Теләге тормошҡа ашты, шөкөр. Баһадирҙай улы тыуған бөгөн. Баһадир булмай ни, биш килоға тулырға илле грамм ғына етмәгән! Бөтә табиптар аптыраны, ти кәләше: “Үҙең кәүҙәгә әллә ни ҙур ҙа түгелһең, ә сабыйыңдың ауырлығы былай-алаймы!”, тип. Әйткәндәй, улына исем уйлауҙы уға тапшырҙы Гөлфирәһе. Тик бына бер исемде лә оҡшата алмайсы ниңәлер? Үҙенән алдараҡ өйләнгән дуҫтары, сабыйҙары тыуғас, матур исем таба алмай ҡаңғырабыҙ әле, тиһәләр, “Һы, исем ҡушыу ҙа булдымы бер проблема!” тип аптырай торғайны. Хәҙер белде инде, ата-әсәнән ҙур яуаплылыҡ талап итә икән шул сабыйға исем һайлау. Улының исеме ҡолаҡҡа ятышлы, матур мәғәнәле булырға тейеш. Юғиһә, ана, ҡайһы берәүҙәр балаларына әллә ниндәй ят исемдәр ҡушып бөтәләр, хатта телең һынып китер уны әйтәм тигәнсе. Ә бит ата-әсәһенең ошо бурысҡа илке-һалҡы ҡарауы арҡаһында, кемдәрҙер ғүмере буйы үҙенең мәғәнәһеҙ исеменән ғәрләнеп, оялып йәшәргә мәжбүр.

Илшат күҙенә салынған тәүге магазинға инеп, улына йүргәктәр, бәпес кейемдәре, памперстар һатып алды. Унан, берәй сәскәләр салонынан кәләшенә гөлләмә алырға ла бала табыу йортона йүгерергә кәрәк, тип ашығып сығып бара ине, ҡарашы кәштәләр буйлап

теҙелгән уйынсыҡ машиналарға төштө. Дөрөҫөрәге, йөҙләгән машина араһында ҡып-ҡыҙыл булып балҡып ултырған янғын һүндереү машинаһы уның иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Ни тиһәң дә, үҙе янғын һүндереүсе бит. Теге машинаны ҡулына алып, әйләндергеләп ҡарай башланы. “Ҡытайҙарҙың арлы-бирле эшләгән уйынсығы түгел үҙебеҙҙеке, сифатлы икәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Деталдәрен ҡайһылай дөрөҫ итеп эшләгәндәр һуң әле, хас та ысын һымаҡ. Хатта рукавтары ла бар. Эх, беҙ бала саҡта булһын ине шундай машиналар, вәт уйнар инек!.. Әллә улыма алырға инде?” тип уйлап алды ул. “Атылмаған айыуҙың тиреһен тунай башланың түгелме, Илшат?! Тыуғас та бала уйынсыҡ уйнатмай бит, һуңынан да өлгөрөрһөң”, тип, һүрелде шунан. Ҡапыл Салауат иҫенә килеп төштө. Ысынлап та! Танышҡандарына бер йылдан ашыу булып бара, ә ул дуҫына бер бүләк тә биргәне юҡ. Күп уйлап тормай, һатып алды Илшат машинаны. Бер ыңғайҙан улымдың сәңгелдәгенә элеп ҡуйырмын тип, сағыу ғына бер шылтырауыҡ тәтәй ҙә һайланы. “Бер күҙгә салынғанда әлдә алдым, эй, шатланыр инде Салауат был бүләккә. Теге юлы гараждағы янғын һүндереү машиналарын күреп ҡалай ҡыуанғайны бит. Хәҙер ваҡыт табып берәй көн үҙенә индереп сығырға ғына кәрәк. Һуңғы арала донъя мәшәҡәттәренән арына алмай, хәлен белә алмай китте шул дуҫының. Бер-бер Германияға осмаған булһалар әле. Сөнки бер-ике аҙна элек телефондан һөйләшкәндәрендә Салауаттың атаһы Аҙнағол ағай үҙҙәре көткән клиниканан, ниһайәт, ыңғай яуап килгәнен, тик аҡса мәсьәләһе менән генә бер аҙ тотҡарлыҡ сығып торғанын телгә алғайны. Ярай, ни булһа ла, барып сығырға кәрәк булыр уларға. Бер ыңғай ҡыуаныслы яңылығымды ла еткерермен”, тигән ҡәнәғәт уйҙар йүгерҙе Илшаттың башынан. Бала табыу йортона китеп барышлай ҙа, ниңәлер, һаман Салауат тураһында уйланды.

*****

Илшат ул көндө дневальный ине. Пожаркалағы тәртип, таҙалыҡ өсөн яуап биреүҙән тыш, частҡа кемдәр килә, кемдәр китә – шуларҙы журналға теркәп, кәрәкле кабинетҡа оҙатып тороу уның эше. Кискә ҡарай ғына, 10-12 йәштәр тирәһендәге малайын эйәртеп, бер атай кеше килеп инде. Йомошон әйтеп бирҙе. Баҡтиһәң, улының класташтары күптән түгел бында экскурсияла булып киткән икән, ә Салауат ул ваҡытта дауаханала ятҡан. “Яңыраҡ хәл белергә килгәйне иптәштәре. Янғын һүндереүселәр менән булған осрашыу тураһында шундай ҡыҙыҡтырып һөйләгәндәр Салауатҡа, хәҙер ятһа ла, торһа ла телендә шул ғына. Зинһар өсөн, кире ҡаҡмағыҙ инде улымдың үтенесен. Эш урынығыҙҙы, техникаларығыҙҙы ҡарап ҡына сығайыҡсы?..” тип ялбарып тигәндәй һораны атай кеше. Илшат шунда ғына теге малайҙы баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Дауахана койкаһында оҙаҡ ҡына аунағаны йөҙөнән үк күренә шул Салауаттың: сикәһендә ит әҫәре юҡлыҡтан, яңаҡ һөйәктәре тырпайып беленеп тора, йоҡаҡ ҡына ирендәре көрәнһыу-зәңгәр төҫкә ингән, күҙ төптәре ҡарайып сыҡҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, малай һөймәлекле генә: төпһөҙ күл ише тәрән, ҙур зәңгәр күҙҙәренән кешеләрҙе арбағыс ниндәйҙер нур сағыла ине уның. Ваҡыт һуңлыҡҡа һылтанып, был икәүгә экскурсияны иртәгәгә тәғәйенләргә кәрәк, тип уйлап торған Илшат, ана шул ҡараштар менән осрашҡас, әллә нимә эшләне лә ҡуйҙы. “Юҡ” тип әйтә алманы, бер һүҙһеҙ риза булды. Тик посты ташлап китергә ярамағанлыҡтан, был эште ҡарауылдағы егеттәргә тапшырырға теләне. Әммә уныһы ла килеп сыҡманы. Һәр береһенең үҙ мәшәҡәте бар, буш булғандары ла: “ Кис еткәс, баш ҡатырып йөрөмәһендәр әле”, тип кенә ебәрҙе. Ахыры, экскурсовод ролен Илшаттың үҙенә башҡарырға тура килде. Частағы бүлмәләрҙе, спорт залын тиҙ-тиҙ генә ҡарап сыҡтылар ҙа гаражға үттеләр. Ундағы янғын һүндереү машиналарын күргәс, малайҙың ҡыуанысының иге-сиге булманы. Береһенә ултырып ҡарарға ла рөхсәт иткәс, Салауат хатта Илшатты ҡосаҡлап алды. Иң аҙаҡтан улар янғын һүндереүселәрҙең махсус эш кейемдәре торған шкаф янына килделәр. Илшат малайға үҙенең униформаһын кейеп күрһәтте, унан противогаздың тәғәйенләнеше тураһында һөйләне. Шунда Салауат та, ҡыҙыҡ күреп, берәүһен кейеп ҡарарға булып киткәйне. Бүрке ҡамасаулағас, Илшат уның башлығын һалдырырға теләне. Әммә малай, уны систермәҫкә ныҡышып, ҡолаҡсындарына сат йәбеште лә, “нишләйем?” тигәндәй, “йылп” итеп атаһына ҡарап алды. Уныһы тыныс ҡына йылмайып, ризалыҡ белдереп эйәк ҡаҡҡас, уңайһыҙлана-уңайһыҙлана бүркен һалды. Салауаттың сәстәре юҡ ине...

Аталы-уллы, рәхмәттәр әйтеп, частан сығып киткәс, Илшат ҡәнәғәт ҡалаһы урынға, киреһенсә, күңелһеҙләнде. Күҙ алдынан әлеге малай китмәне. Шул тиклем йәлләне ул Салауатты. Ғүмере яңы ғына башланып тора, ә аяуһыҙ тормош уның алдына ҡаты һынауҙарын өйөп тә ҡуйған. Тиҫтерҙәре уҡырға йөрөгәндә, урамда рәхәтләнеп уйнағанда, ул һәр бер көн өсөн үлемесле ауырыу менән көрәшергә мәжбүр. Шундай һөймәлекле, аҡыллы ғына бала, Алланың ҡөҙрәте менән, шәбәйеп китә күрһен инде, тип ысын күңеленән теләне Илшат. Ғалимдар медицина өлкәһендә ҙур-ҙур асыштар яһаған булалар ҙа бит, ә шул яман сирҙе дауалау сараһын әле булһа уйлап таба алмайҙар... Эх... Йәшнәп йәшәр сағында кеше ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлә шуға: күпме сабыйҙар, етем ҡалып, зар илай, күпме ата-әсә ғәзиз балаһын ер ҡуйынына һалып, ҡанлы күҙ йәше түгә... Олоһон-кесеһен дә, ярлыһын-байын да аямай ул ҡәһәрле сир... Әлдә генә кире бороп сығармағанмын уларҙы, тип үҙен-үҙе йыуатты Илшат. Салауаттың былай ҙа яралы күңелен тағы әрнетер ине.

Был хәлдән бер аҙна ваҡыт үттеме-юҡмы, “Бәйләнештә” селтәрендәге диуарына Салауаттан хат килеп төштө. “Сәләм, Илшат ағай! Был мин Салауат. Әлдә интернет бар, эҙләй торғас, тәки таптым бит һеҙҙе. Ә фамилияғыҙҙы биркағыҙҙан уҡып иҫләп ҡалғайным. Хәлдәрегеҙ нисек? Эшегеҙҙәге ағайҙарға минән күп сәләм әйтегеҙ.

Минең хәлем яҡшы. Дауахананан яңы ғына сыҡҡас, мәктәпкә әлегә йөрөй алмайым. Уҡытыусы апайҙар өйгә килеп дәрес аңлата.

Иптәштәрем менән бергә уҡый алмағас, бик күңелһеҙ. Шәбәйеп алһам, яҙға ҡабат мәктәпкә йөрөй башлаясаҡмын. Ярай, Илшат ағай, хушығыҙ! Хат көтөп ҡалам”, тип яҙылғайны унда.

Берәү булһа ете-ят кешенең биркаһындағы исем-фамилияһына иғтибар ҙа итеп тормаҫ ине, ә был малай бик зирәк, күрәһең, шуны хәтеренә һалып, һине интернет аша эҙләп тапһынсы әле тип, Илшат уға хайран ҡалғайны шунда. Малайҙың хатына яуап яҙғандан һуң, уның диуарындағы фотоһүрәттәрҙе ҡарап сыҡты ул. Ғаиләһе менән төшкән фотоларҙа башҡа бала-сағалар күренмәй, тимәк, ата-әсәһенең бер бөртөк кенә ғәзиз балаһы икән, тип һығымта яһаны. Атаһының исеме Аҙнағол икәнен дә белде. Ҡыҙыҡ күреп, уның диуарына барып инде лә “терт” итеп ҡалды. Аҙнағол ағайҙың мәрхәмәтле кешеләрҙән аҡсалата ярҙам һорап яҙған яҙмаларынан ул Салауатҡа үткән йыл лейкоз диагнозы ҡуйыуҙарын, беҙҙә был сиргә ҡаршы торорлоҡ медицина ярҙамы күрһәтә алмауҙарын, шуға бар өмөттәре Германияның онкологик сирҙәрҙе дауалау клиникаһында булыуын, әммә бының өсөн миллионлап аҡса талап ителеүен аңланы. Ныҡ тетрәндергәйне Илшатты был мөрәжәғәт. Күп уйлап торманы ул, иртәгәһенә үк машинаға тип йыйнап барған аҡсаһының бер өлөшөн Аҙнағол ағайҙың иҫәбенә күсерҙе.

Шулай танышып киткәйнеләр улар. Аҙаҡ интернет аша ла йыш хатлаштылар, һирәкләп өйҙәренә, дауаханала ятҡанында эргәһенә лә барып йөрөнө Илшат. Салауатты ул үҙ ҡустыһы һымаҡ күрә. Шундай алсаҡ, изге күңелле, аҡыллы малай ул. Белмәгән нәмәһе юҡ, фекерләүе хас та оло кешеләрҙеке кеүек. Сирле булыуына ҡарамаҫтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйсә, ҙурайғас, янғын һүндереүсе буласаҡмын тип, киләсәккә оло хыялдар ҡороп йәшәй. Илшат һөнәренең бик хәүефле икәнен һөйләп биргәйне, хатта унан да ҡурҡып торманы. “Минең кешеләргә мөмкин тиклем күберәк изгелек эшләгем килә. Ә янғын һүндереүселәр донъялағы иң мәрхәмәтле, иң батыр ағайҙар. Улар күпме кешене үлемдән ҡотҡара, ҡайһы тиклем урмандарҙы, өйҙәрҙе янып юҡҡа сығыуҙан һаҡлап ҡала.” тип яуапланы. Салауаттың шул һүҙҙәрен ул үҙенең эшенә ҙур баһа тип ҡабул итте. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәргә ҡайҙа эшләгәнеңде әйтһәң: “Һы, ҡалай рәхәт эштә эшләйһең, көнө-төнө йоҡо һимертәһегеҙҙер инде?” тип йәнен үртәргә лә күп һорамайҙар. Ғүмереңде, һаулығыңды аямай, дөрләп торған ут эсенә инеү, тын ҡурғыс төтөндө еҫкәү, унан да насары – тәндәре бешкән ярым үле, ярым тере кешеләрҙең үрһәләнеүҙәрен, ыңғырашыуҙарын ишетеү, һәләк булғандарҙың әхәзләнгән мәйеттәрен күреү, туғандарының аһ-зарҙарын күңелең аша үткәреү, әсе күҙ йәштәре түккәндәрен күреү бер ҙә генә “рәхәт” түгел шул. Йөрәгең ярылып китмәҫ тимә ундай мәхшәрҙән.

Илшат урынында икенсе берәү булһа, бәлки, үҙенә ете ят булған был малай менән аралашыуҙы кәрәк тип тә тапмаҫ ине. Әммә ул Салауаттың хәлен яҡшы аңлай. Кешеләр менән аралашыу, рухи терәк табыу сирле өсөн иң яҡшы дауа булғанын яҡшы белә. Ул иҫ белә башлағанда, уның атаһы ла бик ҡаты ауырый ине. Табиптар оҙаҡ йәшәй алмаҫ, уҙа барһа, ике-өс йыл ғүмере ҡалғандыр атайығыҙҙың, тип әйтһәләр ҙә, шунан һуң тағы ун биш йыл йәшәне ул. Хатта инвалидлыҡ пенсияһынан баш тартып, яңынан эшенә сыҡты балаларҙы тарих фәненән уҡытты. Мәғарифҡа йәне-тәне менән бирелеп эшләне атаһы, шуға хеҙмәте лә мул емеш бирҙе: уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа гел беренселекте алып йөрөнө, мәктәпте тамамлағас, тарих факультетын һайлағандары ла байтаҡ. Эшенә күрә хөрмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына, юғары исемдәргә лә лайыҡ булды. Атаһы был уңышҡа тик әсәһе арҡаһында ғына ирешкәнен бер ҡасан да йәшермәне. Һуңғы йылдарҙа, үҙенең ғүмеренең аҙағы етеп килгәнен тойған кеүек, ул ураған һайын әсәһенә рәхмәттәр әйтеп ултырҙы. “Гөлсөмөмә мең рәхмәт инде. Ул терәк булмаһа, бөгөн мин ошо матур донъяларҙы күрә лә алмаҫ инем. Алтынымдың изге йөрәге, яғымлы һүҙҙәре миңә йәшәргә көс бирә”, тиер ине. Ысынлап та, әсәһе атаһын шул тиклем ихтирам итте,

ҡәҙерләне. Илшат уларҙың бер ҡасан ирешеп-талашып ултырғанын күрмәне, өйҙәрендә һәр саҡ татыулыҡ хөкөм һөрҙө. Атаһы физик эш эшләй алмаһа ла, әсәһе уны, ауырыуһың, донъя көтөргә эшкинмәйһең, тип бер ваҡытта ла битәрләмәне, киреһенсә, күңелен үҫтерерлек һүҙҙәрен табып ҡына торҙо. Илшат менән һеңлеһен дә атайҙарын тыңларға, хөрмәт итергә, уның абруйына тап төшөрмәҫкә өйрәтте. Шуға ла уларҙың ғаиләһендә төрлө проблемаларҙы хәл иткәндәге һуңғы һүҙ һәр саҡ атаһыныҡы булды. Тик был яҡты донъяларҙа юҡ инде хәҙер ҡәҙерле кешеһе, гүр эйәһе булыуына тиҙҙән ике йыл була...

*****

Илшат бала табыу йортонан атҡа менгәндәй ҡыуанып, оса-йүгерә ҡайтып инде. Кәләше менән улын күрҙе бит! Яҡындан түгел инде, әлбиттә, тәҙрә аша ғына. Ләкин барыбер күңеле булды, хатта йөрәкһеүенән күҙенә шатлыҡ йәштәре төйөлдө. Шундай илаһи бер тойғо икән ул тәүге тапҡыр үҙеңде атай итеп хис итеү, мөхәббәтеңдең татлы емешен күреү!.. Әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Гөлфирәһе аҡ биләүгә төрөлгән бәпестәрен ҡосаҡлап эстә өсөнсө ҡатта, ә ул тышта тороп, яртылаш туңған ике ҡат быяла аша бер сәғәттән ашыу ым-ишара менән һөйләштеләр, мөхәббәт тулы ҡараштары менән аңлаштылар...

Өйҙәренә ҡайтҡас, Илшат иң беренсе әсәһенә, ҡайны-ҡәйнәһенә шылтыратып, кәләшенең бала табыу йортонан ҡасан сығырын аңғартты, бәпескә тағы нимәләр алырға кәрәклекте һорашып, уларҙы яҙып алды. Унан һуң бер ай элек үҙе семәрләп эшләп ҡуйған сәңгелдәкте сығарып элергә лә сират етте. Бүлмәне бер аҙ рәтләштереп, барыһын да тәртипкә килтергәс, тағы нимә эшләргә икән, тип аптырап ҡалды. Иптәш егеттәре атай булһа, улар, ғәҙәттә, был шатлыҡты иң тәүҙә дуҫ-иштәре менән “йыуып” ала торғайнылар, ә Илшаттың ул “шайтан һыуын” ауыҙына ла алғаны юҡ. Шуға күрә уны был йола ҡыҙыҡһындырмай. Ахырҙа, диванға һуҙылып ятты ла улына исем уйларға кереште. Башҡорт исемдәренең иҫәбе-хисабы юҡ.

Мәҫәлән, Батырша, Искәндәр, Арслан, Азамат, Хансура, Шатморат, Айҙар... Тик уларҙың мәғәнәләре нимә аңлата икән? Эх, белергә ине. Ни ҡул аҫтында исемдәр китабы ла юҡ бит. Бәй, интернет бар ҙа инде! Ул йәһәтләп компьютерын ҡабыҙҙы. Күптән электрон почтаһын ҡарағаны юҡ ине, хаттар йыйылып киткән икән. Оһо, дуҫтары, туғандары, уның улы тыуғанын әллә ҡайҙан белә һалып, ҡотлау сәләмдәре ебәргәндәр. Илшат ҙур кинәнес менән хаттарҙы бер-бер артлы уҡырға кереште. Бына Аҙнағол ағайҙың сәләме. Туҡта, нимә яҙа икән? Хатҡа күҙ йүгертә башлағайны, гүйә ер түңкәрелдеме ни тирә-яҡ ҡараңғылыҡҡа мансылды ла, ул үҙен төпһөҙ упҡынға осоп төшөп барған кеүек хис итте. Быуындары тотмаҫ булды, йөрәге күкрәген йыртып сығыр сиккә етеп дарҫлап типте, күҙҙәре йәшкә томаланды... Салауат!.. Уның кескәй дуҫы Салауат юҡ был донъяла... Өс көн элек күҙҙәрен мәңгелеккә йомған... Ә Илшат үҙ мәшәҡәттәренә күмелеп йөрөп, һуңғы арала уның хәлен дә белмәгәйне. Көткәндер инде дуҫҡайы тилмереп. Етмәһә, ерләшеүгә лә бармай тороп ҡалған. Бәлки, Германияға китеп өлгөргән булһалар, ундағы табиптар ҡотҡарырҙар ине Салауатты. Эх!.. Үкенесле, әрнеүле уйҙарынан уйылып китерҙәй генә булды ул төндә Илшат. Керпек ҡаҡмай таң аттырҙы һәм, торғас та, Гөлфирәһенә смс-сәләм ебәрҙе: “Улыбыҙҙың исеме Салауат буласаҡ!”.

Төшкә табан зыяратҡа барҙы. Ап-аҡ ҡар өҫтөндә хасил булған кескәй генә ҡыҙыл балсыҡ өйөмөнә текәлеп бик оҙаҡ торҙо ул. Күҙ алдынан Салауат менән танышҡан осорҙан алып иң һуңғы осрашыу мәле, йөрәген әрнеттереп, тағы һыҙылып үтте. Ҡайтыр сағында ҡуйынынан теге уйынсыҡ машинаны сығарып, ҡәбер өҫтөнә ҡуйҙы Илшат. Мәрмәр таштан уны дуҫының зәңгәр күҙҙәре, “Рәхмәт, ағай!” тигәндәй, йылмайып оҙатып ҡалды..
Зөлфиә МУЛЛАҒОЛОВА-СӘЛИХОВА.

Читайте нас: