+4 °С
Ясна
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 19:00
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы дауам итә
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһының дауам ителеүе хаҡында белдерҙе. Был турала ул бөгөн республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр итте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһының дауам ителеүе хаҡында белдерҙе. Был турала ул бөгөн республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр итте.
«Беҙ йәш уҡытыусыларға ярҙам күрһәтәбеҙ, ауыл ерендә эшләгәндәренә гранттар бирәбеҙ. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә улар шулай уҡ бер миллион һум күләмендә компенсация ала. 2021 йылда был тәжрибәне дауам итербеҙ», — тине Радий Хәбиров.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә
ауыл уҡытыусылары өсөн федераль түләүҙәргә
55 йәшкә тиклемге педагогтар дәғүә итергә мөмкин.
Программа уҡытыусыларҙан тыш, балалар баҡсалары тәрбиәселәренә, башҡа педагогик хеҙмәткәрҙәргә ҡағылмай.
Программала ҡатнашыусыларға 1 миллион һум күләмендә аҡса ҡарала. Төп шарт – ауыл ерендә, ҡала тибындағы ҡасабала йәки 50 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән ҡалала урынлашҡан мәктәптә 5 йыл эшләү.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм документтар 15 апрелгә хәтлем ҡабул ителә.
Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”
Читайте нас: