"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 21:00

Башҡортостан икенсе ярты йыллыҡта юғары әҙерлек режимынан сығырға мөмкин

Тыныс, ғәҙәти тормошҡа кире ҡайтыу күп осраҡта үҙебеҙҙән тора, республикала йәшәүселәрҙең 70% яҡынына прививка яһарға кәрәк, шул саҡта беҙ коронавирустан коллектив иммунитетҡа ирешә алырбыҙ.

Тыныс, ғәҙәти тормошҡа кире ҡайтыу күп осраҡта үҙебеҙҙән тора, республикала йәшәүселәрҙең 70% яҡынына прививка яһарға кәрәк, шул саҡта беҙ коронавирустан коллектив иммунитетҡа ирешә алырбыҙ. Кәрәгенсә вакцина менән тәьмин ителербеҙ, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышына һәм республика халҡына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағандан һуң журналистар менән аралашҡанда.
«Медицина битлектәре беҙҙең өсөн оҙаҡ йылдарға етди атрибут булып ҡалыр. Иртәме-һуңмы, коронавирус сигенер, ләкин башҡа инфекциялар ҙа бар бит әле. Шул уҡ гриптан да битлек һөҙөмтәле һаҡланыу сараһы булып тора, ул бөгөнгө тормошобоҙҙоң ысынбарлығына әүерелде», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Әгәр барлыҡ ҡабул ителгән саралар үтәлһә һәм халыҡты вакцинациялау планлаштырылған режимда уҙһа, 2021 йылдың икенсе ярты йыллығында республика юғары әҙерлек режимынан сыға алыр, тип иҫәпләй Радий Хәбиров.
Читайте нас: