Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 11:05

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Бөгөн, 28 ғинуарҙа, иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

Бөгөн, 28 ғинуарҙа, иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа» һәм UTV телеканалдарында, шулай уҡ YouTube, социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.
Республика Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе – сәйәси һәм иҡтисади ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, төбәктең яҡын киләсәккә төп үҫеш йүнәлештәрен билдәләгән мөһим документ.
Мөрәжәғәтнамә республика тормошоноң барлыҡ аспекттарына – закондар сығарыу базаһына, иҡтисадҡа, сәнәғәттең һәм ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарына, һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, социаль өлкәгә ҡағыла.
Читайте нас: