Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә республика халҡына мөрәжәғәт итеп, коронавирустан тиҙерәк прививка яһатырға саҡырҙы.
– Мин тәүгеләрҙән булып яһаттым һәм үҙемде бик яҡшы тоям, – тине ул. – Әле ҙур партия вакциналар килә. Бөгөндән теләге булғандар "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша яҙыла ала. Ни тиклем тиҙерәк үҙ иммунитетыбыҙ буласаҡ, шул тиклем тиҙерәк республиканың “коллектив иммунитеты” барлыҡҡҡа киләсәк. Һәм шул саҡта беҙ нормаль тормошҡа әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Иҡтисадта юғалтҡандарыбыҙҙы кире ҡыуып етәсәкбеҙ һәм булған һөҙөмтәләрҙе арттырып үтәйәсәкбеҙ, – тине ул.
Ул республика халҡын вакцинацияға аңлап һәм етди ҡарарға саҡырҙы. Был осраҡта һәр кем яуаплылыҡ күрһәтһен, тине.
Мөрәжәғәтнамә – бик мөһим документ, ул төбәктең алдағы йылға үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй. Радий Хәбиров иһә быйылғы сығышында бар донъяны ялмап алған ҙур проблемаға – коронавирусҡа айырым иғтибар бүлде. Уны еңеү юлдарын бергә эҙләргә саҡырҙы.