Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2021, 21:00

ИҢ АЛЫҪ АУЫЛДАРҒА ЛА – ЮҒАРЫ ТИҘЛЕКЛЕ ИНТЕРНЕТ .

2021 йыл аҙағына тиклем республиканың бөтә мәктәптәре һәм 500 ФАП юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә. Үткән йылда Башҡортостан һанлы инфраструктураны үҫтереү өҫтөндә эшләне, меңләгән ауыл интернет менән тәьмин ителде, тип билдәләне Радий Хәбиров. “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә мәктәптәр юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылды.“Хәтерегеҙҙәлер, мартта дистанцион уҡыуға күскәндә, күп балалар, бигерәк тә алыҫ ауылдағылар, онлайн-платформалар һәм майҙандар менән ҡуллана алманы. Шуға ла беҙ улар өсөн тап шул режимда нормаль уҡыуҙы ойоштора алманыҡ. Әле был мәсьәлә өҫтөндә эшләйбеҙ. “Ростелеком” менән һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр алып барған Хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәт. Әле беҙ алыҫ ауылдарға ла интернеттың барып етеүен арттырыу буйынса программа ҡабул иттек”, – тине Радий Хәбиров.

2021 йыл аҙағына тиклем республиканың бөтә мәктәптәре һәм 500 ФАП юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.
Үткән йылда Башҡортостан һанлы инфраструктураны үҫтереү өҫтөндә эшләне, меңләгән ауыл интернет менән тәьмин ителде, тип билдәләне Радий Хәбиров. “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә мәктәптәр юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылды.
“Хәтерегеҙҙәлер, мартта дистанцион уҡыуға күскәндә, күп балалар, бигерәк тә алыҫ ауылдағылар, онлайн-платформалар һәм майҙандар менән ҡуллана алманы. Шуға ла беҙ улар өсөн тап шул режимда нормаль уҡыуҙы ойоштора алманыҡ. Әле был мәсьәлә өҫтөндә эшләйбеҙ. “Ростелеком” менән һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр алып барған Хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәт. Әле беҙ алыҫ ауылдарға ла интернеттың барып етеүен арттырыу буйынса программа ҡабул иттек”, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: