Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2021, 19:00

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

ЮЛДАРҘА НИҘӘР КӨТӘ?Юл-хәрәкәт һәләкәте бөгөнгө көндә коронавирус афәтенән кәм булмаған күләмдә ҡорбандар килтереүсе "автопандемия"ға әүерелде. Ул фажиғәләр көндән-көн аяныслыраҡ төҫ ала бара, автоһәләкәттәр юлаусыларҙы бер юлы күпләп, хатта бөтөн ғаиләләре менән алып китә башланы.Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә Һамар - Өфө - Силәбе автотрассаһының Башҡортостан биләмәһендә еңел автомобиль менән Мерседес йөк автомобиле йөҙгә-йөҙ бәрелешеп, Volkswagen Polo автомобиле рулендә килгән ҡатын һәм уның ике балаһы менән ире һәләк булғандар.13 ғинуарҙа Өфө - Яңауыл трассаһының Бөрө районы биләмәһендә бер автомобиль тайғаҡ юлдан ситкә тәкмәсләй һәм баштүбән әйләнеп барып төшә. Бәхеткә, ундағы юлаусылар иҫән ҡала. Ғинуар башынан алып ни бары ике аҙна эсендә генә лә республикала барлығы 76 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, унда 13 кешенең ғүмере өҙөлә, 50-нән ашыу юлаусы тән йәрәхәттәре ала. Бер яҡтан, был һауа һәм юлдар торошо менән аңлатылһа, икенсе яҡтан, кеше факторына бәйле: водителдәрҙә иғтибарлылыҡ һәм тиҙлеккә контролдең булмауы.Баш ҡалабыҙ Өфөлә лә йәйәүлегә аҙым һайын хәүеф янай. Өфө урамдарында былтыр булған һәм бер-береһенә оҡшаш ике юл-транспорт ваҡиғаһын алайыҡ. Тәүгеһендә 20 йәшлек кенә ҡыҙ үҙенең текә Тойотаһында рөхсәт ителгән урындан юл аша үтеп барған ауырлы ҡатынды һәм уның 6 йәшлек ҡыҙын бәрҙерә. Бәхеткә, улар иҫән ҡала, ләкин ҡатын тыумаған балаһын юғалта, ә ҡыҙы ауыр йәрәхәттәр ала. Тағы бер һауалы водитель - 39 йәшлек ханым Менделеев урамы тыҡрығында йәшел утҡа үтеп барған 13 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙы бәрҙерә. Бындай күңелһеҙ хәбәрҙәр көндәлек яңылыҡтар шәлкеменең "традицион" өлөшөнә әүерелде. Әйткәндәй, күп һанлы күҙәтеүҙәр һәм һынауҙарҙан сығып әйтергә була: баш ҡалабыҙҙың ҡатын-ҡыҙ водителдәре ана шулай юл бирергә, көтөп торорға һис яратмай беҙҙә. Хәҙер хатта светофорҙың йәшел утына ла, махсус рөхсәт билдәһе һалынған урындарҙан үтеү ҙә хәүефле, сөнки руль артындағылар ҡайҙалыр бик ашыға - төрмә тарафына, күрәһең. Ләкин кеше тапатып та уның үлеменә сәбәпсе булған хәлдә лә беҙҙә төрмәгә бик ултырта һалып та бармайҙар: закон бигерәк кешелекле, әллә башҡа беҙ белмәгән сәбәптәр бар... Уның ҡарауы, Өфө водителдәренә кешелеклелек, тәрбиә етеңкерәмәй, уларҙың күбеһе йәйәүлегә ҡарата ихтирамды түбәнселеккә иҫәпләй. Ә иҫерек водителдәр хаҡында шунан ни әйтәһең? Улар биш тапҡырға агрессивыраҡ һәм хәүефлерәк. Бихисап саралар күрелеүгә, закондар ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә юл һәләкәттәрендә үлем осраҡтары кәмемәй. Әйтеүҙәренсә, был күрһәткес беҙҙә Европа илдәренә ҡарағанда 3-4 тапҡырға күберәк тә хатта. Кеше факторы, тигәндән, юл-транспорт ваҡиғаларының 85 проценты водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙоуы арҡаһында яһала.Ошо мәсьәләләрҙе анализлаусы эксперттар фекеренсә, иң күп ҡорбандар килтереүсе һәләкәт урындары тип ҡалаларҙа тыҡрыҡ боролоштары, йәйәүлеләр өсөн юл аша сыға торған урындар; трассаларҙа иһә машиналарҙың төрлө сәбәптәр менән ҡаршы һыҙатҡа килеп сығыуы иҫәпләнә. Һәм был осраҡтарҙың бөтәһендә лә кеше факторы - водитель һәм йәйәүле ғәйепле булып сыға. Ләкин барыбер руль артындағыларҙан күберәк һорала, аныҡлабыраҡ әйткәндә, иғтибарлылыҡ, тиҙлекте кәметеү йәһәтенән, мәҫәлән, тип һығымта яһай эксперттар, бик күп авария мәленән төшөрөлгән видеороликтарҙы анализлағандан һуң. Тимәк, водителдәр менән күберәк эшләргә, бының өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен, психологтарҙы йәлеп итергә, кәрәк икән, имтихан, зачет тәртибен индерергә кәрәктер. Ниҙәр генә эшләнһә лә водителдәргә уларҙың руль артына ултырыуы ҙур яуаплылыҡ һәм потенциаль хәүеф сығанағы икәнен аңдарына һеңдереү кәрәк. Шунһыҙ аҙым һайын камералар ҡуйыуҙың да файҙаһы булмаясаҡ. Хатта бит ҙур ғына штраф күләмдәре лә, ҡайһы берәүҙәрҙе транспорт сараһы йөрөтөү хоҡуғынан һәм хатта иркенән мәхрүм итеү ҙә башҡалар өсөн һабаҡ булып етмәй.

Бөгөн иртәнсәк Октябрьский ҡалаһында “ПАЗ” маршрут автобусы менән “КамАЗ” йөк автомобиле бәрелешкән. Ваҡиға ҡаланың Ленин урамында була.
Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, “ПАЗ” автобусы юл ыңғайы осраған ҡар таҙартыусы “КамАЗ”ға барып төкөлгән. Авария һөҙөмтәһендә алты кеше йәрәхәтләнгән. Автобуста 10 кеше булыуы билдәле, уларҙың алтауһы медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән, шул иҫәптән 17 йәшлек үҫмер. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡотҡарыусылары һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.
Әйтергә кәрәк, 29 ғинуарҙа ла республика юлдары тыныс булманы. Урындағы ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә бөтәһе ете автомобиль аварияһы теркәлгән һәм уларҙа һигеҙ кеше йәрәхәтләнгән. Шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан бер тәүлектә өс меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы асыҡланған, 67 водитель эскән килеш тотолған.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Дуҫлыҡ һәм Геология урамдары сатынды Ейәнсура районынан 18 йәшлек водитель “ВАЗ–21099” автомобилендә Миәкә районынан 20 йәшлек водитель идара иткән “ВАЗ–2113” автомобиленә юл бирмәгән. Һөҙөмтәлә икеһе лә тән йәрәхәте ала. Был осраҡта ла бер водителдең яуапһыҙлығы арҡаһында башҡалар зыян күргән. Әгәр авария тағы ла насарыраҡ эҙемтә менән тамамланһа – ул бит үҙенең дә, икенсе егеттең дә ғаиләһен оло ҡайғыға һалыр ине.
Шуға ла рулгә ултырған һәр кем автомобилдең уйынсыҡ булмауын аңларға, оло яуаплылыҡ алыуы тураһында онотмаҫҡа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Ғүмер бер бирелә, ҡәҙерен беләйек.
Читайте нас: