Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2021, 16:00

#МиллиПроект:#Мәҙәниәт

#МиллиПроект #Нацпроекты"Мәҙәниәт" милли проекты буйынса тармаҡты финанслау өс тапҡырға артҡан

#МиллиПроект #Нацпроекты
"Мәҙәниәт" милли проекты буйынса тармаҡты финанслау өс тапҡырға артҡан

Пандемияға бәйле сикләүҙәрҙе мәҙәниәт тармағы лайыҡлы үтә алды, эштең онлайн тәртибенә лә тиҙ ҡулайлашты. Шулай тип белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.
Мәҙәниәт өлкәһе һөҙөмтәләрен барлап,һуңғы йылдпрһа тармаҡты финанслау күләме һиҙелерлек артыуы билдәләнде. Шул иҫәптән федераль аҡса ла байтаҡ йәлеп ителгән.
2020 йылда "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса 219,5 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 1,8 тапҡырға күберәк.
Былтыр милли проекттың барлыҡмаҡсатына өлгәшелгән. "Театр-балаларға", "Бәләкәй ҡалалар театры" кеүек проекттарғәмәлгә уңышлы ашырылған.
Барлығы 990,643 млн һумға 403 мәҙәниәт учреждениеһы яңыртылған.
Читайте нас: