Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2021, 11:30

Василий Лановой Башҡортостан өсөн дә ҡәҙерле

Василий Лановой Башҡортостан халҡы өсөн дә яҡын. Бөйөк артист менән бәхилләшеү иртәгә, 1 яфевралдә була.

Совет осороноң был билдәле артисын белмәгән кеше һирәктер. Ул Б. Щукин исемендәге театр училищеһын тамамлағандан һуң, 1957 йылдан алып Е. Вахтангов исемендәге театрҙа эшләгән, бик күп бөйөк ролдәр башҡарған. Тик ул кешеләрҙең хәтерендә башлыса кинолағы ролдәре аша ҡалған. Ул “Алһыу елкән”, “Йәшенгә барам”, “Офицерҙар”, “Анна Каренина”, “Турбиндар көнө”, “Һуғыш һәм солох” һәм башҡа бик күп данлыҡлы совет фильмдарында төшкән. Уның ҡатнашлығында бөтәһе 70-тән ашыу кинокартина бар. Шулай уҡ артист әүҙем рәүештә йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте рәйестәше, театр педагогы булған.
Василий Лановой Башҡортостан халҡы өсөн дә яҡын. 1970 йылдарҙаҮрген ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” драмаһы авторға бөтә Союз һәм донъя кимәлендә танылыу килтерә. Шул йылдарҙа был пьеса Вахтангов исемендәге театрҙа ҡуйыла. Унда төп ролде - колхоз рәйесе Сәғәҙиев ролен тап Василий Лановой башҡара. Пьеса ҙур уңыш менән илдең йөҙҙән ашыу театрында, Болгария, Чехословакия, Румыния, АҠШ һәм башҡа илдәрҙә ҡуйылған, телеспектакль төшөрөлгән.
Читайте нас: