Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 20:00

Башҡортостандың Ветеринария идаралығы белгестәре иҫкәртә

Өфө магазиндарының береһендә ашамлыҡтарҙа Африка сусҡа тағуны табылған. Сусҡа тағунлы бауыр паштеттары баш ҡаланың ике эре сауҙа нөктәһенә 4 ғинуарҙа килтерелгән. Ә уларҙа вирус барлығы 27 ғинуарҙа ғына асыҡланған. Тимәк, был вируслы ризыҡтың бер өлөшө ашап бөтөлгән тигән һүҙ.

Сусҡа тағунлы бауыр паштеттары баш ҡаланың ике эре сауҙа нөктәһенә 4 ғинуарҙа килтерелгән. Ә уларҙа вирус барлығы 27 ғинуарҙа ғына асыҡланған. Тимәк, был вируслы ризыҡтың бер өлөшө ашап бөтөлгән тигән һүҙ. Әле ҡалған паштеттар кәштәләрҙән алынған һәм юҡ ителгән. Тикшереүҙе Ветеринария идаралығы белгестәре уҙғарған.
Африка сусҡа тағуны (Африканска чума свиней) тураһында былтыр көҙ айҙарында уҡ һөйләй башлағайнылар. Ул саҡта күрше Силәбе, Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә вирус барлығы асыҡланды. Был көсөргәнешлек ғинуар аҙағына тиклем һаҡланды. Барлыҡ предприятиелар биологик хәүефһеҙлеккә тикшереү үтте, БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡабандарҙы атырға 50 лицензия бирҙе.
Фото: Россельхознадзор РБ
Читайте нас: