Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 11:00

Февралгә һынамыштар

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтәФевралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә
Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.
Февралдә һыуыҡ: «Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа, тип әйтә», — имеш, ти.
Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра.
Февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай.
Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.
Февраль – бүреләрҙең туй айы.
Читайте нас: