Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 20:00

Башҡорт халҡы тарихы тураһында иң яҡшы 100 китапты асыҡлайҙар

Ә.-З. Вәлиди исемендәге милли китапхана үҙенең китап уҡыусылары араһында башҡорт халҡы тарихы һәм башҡорт ере тураһында иң яҡшы 100 китапты асыҡлауға һорашыу үткәрә.

Ә.-З. Вәлиди исемендәге милли китапхана үҙенең китап уҡыусылары араһында башҡорт халҡы тарихы һәм башҡорт ере тураһында иң яҡшы 100 китапты асыҡлауға һорашыу үткәрә.
Китап уҡыусыларҙан, тарих һәм мәғариф, әҙәбиәт буйынса белгестәрҙән, крайҙы өйрәнеүселәрҙән, студенттар һәм мәктәп уҡыусыларына һәм теләгән һәр кемдән уларҙың ҡарашы буйынса исемлеккә инергә һәм Башҡортостан тарихын тәрәнерәк белергә теләүселәргә тәҡдим итергә лайыҡлы иң яҡшы һәм ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр буйынса тәҡдимдәр йыйыла.
Төрлө авторҙарҙан һәр төрлө әҫәрҙәр ҡарауға ҡабул ителә: рус һәм башҡорт яҙыусыларының сит ил әҙәбиәтселәренең башҡорт һәм урыҫ телдәрендә баҫылған фәнни-популяр, публицистик, әҙәби, әҙәби-документаль, шиғри (поэма, шиғырҙар) әҫәрҙәре, эпостар, хикәйәттәр.
Тәҡдимдәрҙе 2021 йылдың 15 февраленә тиклем башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегенә, [email protected] электрон адресына ебәрергә мөмкин.
Акция Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына арнала.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас в