+4 °С
Ясна
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 13:00
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министры ҡулға алынған
1 февралдә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында тентеүҙәр үткән. Ведомство башлығы Рәмзил Күсәрбаевтың кабинетына тәртип һаҡлау органдары вәкилдәре килеп ингән.
1 февралдә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында тентеүҙәр үткән. Ведомство башлығы Рәмзил Күсәрбаевтың кабинетына тәртип һаҡлау органдары вәкилдәре килеп ингән, тип
хәбәр итә
“Башинформ”.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғлүмәт департаменты директоры Ольга Красноногая хәбәр итеүенсә, министрлыҡта 2017 йылда Күмертау ҡалаһында таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү тураһында эш буйынса оператив-тәфтиш саралары үткәрелгән.
«Ул ваҡытта Рәмзил Күсәрбаев Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы вазифаһын биләгән, ә республикаға Рөстәм Хәмитов етәкселек иткән», — тип билдәләне республика хөкүмәте вәкиле.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарында рәсми комментарийҙарҙан баш тарттылар. Әлеге ваҡытта чиновник ҡулға алынған.
Рәмзил Күсәрбаев 2020 йылдың декабрендә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы башлығы итеп тәғәйенләнгәйне.
Читайте нас: